Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

14 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Башҡорт хореографияһы һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре ынйыларын үҙ эсенә алған концерт программаһы 2013-2015 йылдарҙа барған юбилей сараларын тамамлай.

Кисәлә бейеү сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләренә — «Зарифа», «Гөлнәзирә», «Калинка»,  «Гопак»,  «Ете ҡыҙ» «Сәскә атыусы ҡурай», «Еҙ үксә»гә тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ. Бейеү байрамында коллектив «Тархандар» (ҡуйыусыһы — Риф Ғәбитов) һәм «Ете ырыу» (ҡуйыусыһы — Рәис Низаметдинов), Фәйзи Ғәскәровтың «Беҙҙең байрам» бейеүҙәрен башҡарасаҡ. Йәш ғәскәровсылар «Башҡорт сувениры» бейеүе менән сығыш яһаясаҡ.

Юбилей кисәһендә данлы коллективтың иң яҡшы артистарына почетлы исемдәр һәм грамоталар биреләсәк.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 1938 йылда ойошторлған. Коллективҡа СССР-ҙың Ҙур театры студияһы тәрбиәләнеүсеһе, Игорь Моисеевтың уҡыусыһы Фәйзи Ғәскәров нигеҙ һалған. Ансамбль Башҡортостандың визит карточкаһы булып тора. Уның репертуарында 180-дән ашыу бейеү иҫәпләнә, ошо ваҡыт эсендә ансамбль донъяның 80-дән ашыу илендә сығыш яһаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть