10 декабрь, Шәмбе

12 март 2015 йыл, 13:12

Башҡортостан спортсыһы Елизавета Сәлихова донъя беренселегендә бронза миҙал яуланы

фото: Дмитрий Слезин коллажы

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ҡытайҙа юниорҙар араһында сноуборд буйынса донъя беренселеге үтте. Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостандан ике спортсы — Елизавета Сәлихова менән Милена Быкова сығыш яһаны.

Елизавета Сәлихова «параллель слалом» һәм «гигант» категорияларында бронза миҙалдарға лайыҡ булды.