11 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2015 йыл, 12:50

Республика артистары Европала үтәсәк Науруз байрамында ҡатнаша

фото: ТӨРКСОЙ-ҙың матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан артистары — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө Европала үтәсәк Науруз байрамында ҡатнашасаҡ.

Төрки илдәрҙе берләштергән Науруз байрамы ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы ойошторған ғәҙәти сараларҙың береһенә әүерелде. Быйыл уны киң күләмдә үткәреү планлаштырыла. 2015 йылдың ғинуарында ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Халыҡ-ара Науруз көнөн берлектә байрам итеү тураһында һөйләшеп килешелгәйне. Сара 24 мартта уҙғарыла.

— ЮНЕСКО-ның штаб-фатирындағы Ҙур залда тәүге тапҡыр Науруз байрамын үткәргәндән һуң биш йыл үтте. ЮНЕСКО-ның 70 йыллығы уңайынан быйыл беҙ төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан артистарҙы саҡырырға булдыҡ. Наурузды бер юлы өс Европа илдәрендә  — Париж (Франция), Кёльне (Германия) һәм Вена (Австрия) ҡалаларында билдәләйәсәктәр. Европала байрамдарыбыҙ хаҡында ишеткәндәре бар, был улар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ, — тип билдәләне ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дүсән Касеинов.

Быйыл Науруз байрамында Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Төркиә, Монголия илдәренән, Башҡортостан, Татарстан, Алтай, Тыва, Саха (Яҡут), Хакасия, Дағстандан 100-гә яҡын артист ҡатнаша. Проект сиктәрендә ТӨРКСОЙ-ҙың «Науруз биҙәктәре» фотокүргәҙмәһе ойошторола.

Европа илдәренән тыш, Науруз байрамы Төркиәнең 20 ҡалаһында ла уҙа. Сараның ойоштороусыһы — ЮНЕСКО илдәре ҡарамағындағы төрки телле илдәрҙең даими вәкиллектәре булышлығында ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы.