8 декабрь, Кесе йома

12 март 2015 йыл, 11:52

Рөстәм Хәмитов: «Салауат Юлаев»тың бағыусыһы ышаныслы»

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 11 мартта «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы араһында генераль бағыусылыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры Александр Семак ҡатнашты.

— Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн әһәмиәтле көн, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн яңы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Мин «Башнефть» компанияһы президентына беҙҙең хоккейға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерәм.

«Башнефть» үҙенә ҙур финанс йөкләмәһен ала. Бөгөн дә, киләсәктә лә командала ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. «Салауат Юлаев» халыҡ командаһына әүерелһен өсөн  күп көс һалырға кәрәк. Был мәсьәлә өҫтөндә эш алып барасаҡбыҙ, — тине  төбәк башлығы.

— Хәҙерге көндә «Башнефть» компанияһы ла, бөтә ил кеүек үк, ҡатмарлы осор кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, был аҙымды эшләр алдынан бер секунд та икеләнеп торманым, — тине «Башнефть» етәксеһе Александр Корсик. — Мин ошо килешеүҙең төп һөҙөмтәһе нисек буласағын белмәйем. Аңлашыла, команда йәнә Гагарин Кубогын алһа, ҙур байрам буласаҡ. Минеңсә, «Салауат Юлаев» һәр ваҡыт плей-офта уйнаһа, ҡайһы берҙә Гагарин Кубогын яулаһа, шуның менән бергә «Торос» клубы ла үҫешһә, һөҙөмтә күренер.

Рөстәм Хәмитов хәҙер «Салауат Юлаев»тың ышаныслы бағыусыһы бар тип белдерҙе. Килешеү әлегә бер йылға ғына төҙөлдө. Александр Корсик фекеренсә, ул мотлаҡ оҙайтыласаҡ.

— Тренерҙар штабында һәм составта үҙгәрештәр көтөлә, — тип хәбәр итте Александр Семак. — 30 апрелгә тиклем был хаҡта әйтә алмайбыҙ.

— «Салауат Юлаев»  халыҡ командаһы, көйәрмәндәрҙең дауамы булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң тантанала ҡатнашыусылар символик сувенирҙар менән алмашты.

Сығыштарҙың тулы стенограммалары республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.