3 декабрь, Шәмбе

12 март 2015 йыл, 10:21

Башҡортостандың «Башнефть» компанияһындағы өлөшө 25 процент плюс бер акция тәшкил итәсәк — күҙаллау

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан Республикаһының «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге өлөшө 25 процент плюс бер акция тәшкил итеүе ихтимал. Был хаҡта журналистарға компанияның 11 мартта һайланған директорҙар советы ағзалары хәбәр итте.

— Яҡын араларҙа казначей акциялары операцияһынан һуң Рәсәйҙең дөйөм өлөшө устав капиталының 75 процентынан ашыу һәм 85 процент самаһы ябай акциялар тәшкил итәсәк. Ошо 75 процент устав капиталының 25 проценты һәм плюс бер акция — республикаға, 50 проценттан ашыуырағы Рәсәй Федерацияһына тура киләсәк тип көтөлә, — тине Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслер.

Республиканың «Башнефть» компанияһындағы өлөшө хаҡында мәсьәлә март-апрель айҙарында хәл ителәсәк, — тип аңлатма бирҙе Рөстәм Мәрҙәнов.

Эксперттар күҙаллауынса, милек структураһының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә Башҡортостандың «Башнефть» эшмәкәрлегенән алынған килеме һиҙелерлек артасаҡ.

— Әлбиттә, республика үҙенең акциялары күләменә дивидендтар аласаҡ. Был өҫтәмә аҡса, быға тиклем ул икенсе акционерға бирелгән. Компанияның республикала ҡалдырған аҡса күләме бер нисә тапҡырға артасаҡ, тип ышаныслы әйтергә мөмкин, — тип күҙаллай Алексей Текслер.

Алексей Текслер билдәләүенсә, дивидендтар түләүгә саф табыштың 25 проценты самаһы йүнәлтелә, әммә акционерҙар был өлөштө арттырыу хаҡында ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы.

Алексей Текслер һүҙҙәренсә, һалым керемдәре һәм дивидендтарҙан тыш, «башҡа төрлө ярҙам күрһәтеү» дауам итәсәк.

— Төп акционерҙар — Рәсәй Федерацияһы, республика булһынмы — төбәктәрҙең проекттарын үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә. Был мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ, — тине Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары базаһында барлыҡҡа килгән нефть компанияһы. Декабрь баштарында «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы милегенән Рәсәй Федерацияһы милегенә күсте.