10 декабрь, Шәмбе

11 март 2015 йыл, 17:51

Өфөгә бөтә Рәсәйҙән балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса белгестәр йыйылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 11 мартта Өфөлә балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса белгестәрҙең «Мегаполис. Балалыҡ территорияһы» Бөтә Рәсәй форумы башланды. Уны Өфө хакимиәте, баш ҡаланың Опека һәм попечителлек идаралығы, Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды (Мәскәү), Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды ойоштора.

Күләмле сарала Башҡортостандан һәм Өфөнән 170-кә яҡын белгес, Рәсәйҙең 32 субъектынан 150 самаһы кеше ҡатнаша.

Балалыҡты яҡлау өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙең осрашыуы тәү сиратта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙың мөһим проблемаларын тикшереүгә, шулай уҡ социаль етемлекте иҫкәртеү өлкәһендә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән.

Был йүнәлеш буйынса Өфөнөң тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн миҫал булып тора ала. Балалыҡты яҡлау өлкәһендәге мәсьәләләр менән ҡаланың Опека һәм попечителлек идаралығы шөғөлләнә. Уның эше социаль етемлекте иҫкәртеүгә, баланы үҙ ғаиләһендә ҡалдырыуға, әгәр ҙә был мөмкин булмаған хәлдә етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуға йүнәлтелгән.

— Инновация системаларын индереү аша төбәктәргә етем балалар һанын кәметеүгә ярҙам итеү фонд эшмәкәрлегенең өҫтөнлөгө булып тора. Өфөлә ошо йүнәлештә дөрөҫ эш алып барыла, — тип билдәләне Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды директоры Александра Марова. — Киләсәктә тупланған тәжрибәгеҙ ил кимәлендә лә файҙаланыласаҡ.

Форумдың программаһы балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙең түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм секцияларҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тота.

12 мартта форумда ҡатнашыусылар өсөн «Ғаилә» үҙәгендә һәм ҡаланың бәлиғ булмағандар өсөн социаль-реабилитация үҙәгендә күсмә оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Ике көн дауам итәсәк семинар аҙағында резолюция ҡабул ителәсәк, шулай уҡ иң яҡшы белгестәр бүләкләнәсәк. Тантана 12 мартта Өфө хакимиәтендә уҙа.