Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Башнефть» компанияһының яңы директорҙар советында — Башҡортостан Хөкүмәтенең ике вәкиле

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Сираттан тыш йыйылышта «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙары компания директорҙары советы составын раҫланы.

Уға ун кеше инде. Директорҙар советында Рәсәй вәкилдәре — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе  урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев. Уларҙан тыш, составта Росимущество идаралығы етәксеһе Виталий Сергейчук, Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслер, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик, «Рәсәй геология йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһы президенты Виктор Орлов, «СоюзНефтеГаз» дәүләт-ара нефть компанияһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Юрий Шафраник бар. Бойондороҡһоҙ директорҙар сифатында советҡа KAZ Minerals PLС компанияһының директорҙар советы ағзаһы Чарльз Ватсон, IG Seismic Services PLC директорҙар советы ағзаһы Морис Дижоль һәм Considine Solutions Pty Ltd компанияһы директоры Энтони Консидайн инде.

Акционерҙар ревизия комиссияһы составын да раҫланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть