8 декабрь, Кесе йома

11 март 2015 йыл, 15:54

Рөстәм Хәмитов Сергей Степашин һәм Константин Цицин менән граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаны ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерҙе

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 11 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондының күҙәтеү советы рәйесе Сергей Степашин һәм Фондтың генераль директоры Константин Цицин менән осрашты. Осрашыу барышында яҡтар Башҡортостанда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов Сергей Степашинға кисә Стәрлетамаҡта үткән «Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары» Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, тупланған тәжрибәгә ҡарамаҫтан, программаны ғәмәлгә ашырыу барышында ҡатмарлыҡтар ҙа килеп тыуа.

– Ҙур программалар һәм ҙур аҡса тирәләй төрлө кешеләр урала. Шул иҫәптән беҙ ҙә Нефтекамала, Әмзә ҡасабаһында намыҫһыҙ төҙөүселәргә тап булдыҡ. Хәҙер унда хәлдәр яйға һалына. Әлбиттә, өҫтәмә ресурстар талап ителәсәк, шул уҡ ваҡытта насар эшләүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк. Беҙ ошо программаны ғәмәлгә ашырыуҙың мөһим һәм яуаплы икәнлеген аңлайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

– Уңышһыҙлыҡтар һәр ерҙә лә була инде, әммә республикала хәлдәр ярайһы күренә. Программаны 2017 йылдан да алдараҡ үтәп сығыуығыҙға тулыһынса ышанам. Беҙ финанс яҡтан ярҙам итергә әҙер, – тип яуапланы Сергей Степашин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2013-2017 йылдарға ике адреслы  программа раҫланған, уларҙың дөйөм суммаһы 14,3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Беренсе этапты (2013-2014 йылдар) ғәмәлгә ашырыуға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды, республика һәм муниципаль бюджеттарҙан 3,336 миллиард һум йүнәлтелгән.

2014 йылда икенсе этапты (2014-2015 йылдар) тормошҡа ашырыу башланды, уның барышында 6 759 гражданды күсереү планлаштырыла. Ошо маҡсатҡа 3,183 миллиард һум бүленгән.

2015-2018 йылдарға республика адреслы программаһы әҙерләнгән, уға ярашлы 3,1 мең гражданды күсереү күҙаллана.