Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Китап» нәшрәтендә башҡорт һәм рус авторҙарының яңы китаптары донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Георгий Кацериктың «Кисәге йөҙ», Рәшит Назаровтың «Ер һәм йыһан йыры» (төҙөүсеһе Риф Мифтахов), Мансур Һиҙиәтовтың «Ҡыу ҡарағас» китаптары донъя күрҙе.

Георгий Кацериктың баҫмаһына шиғырҙар, поэмалар, авторҙың һуғыш йылдарына тура килгән бала сағы һәм хеҙмәттә үткән йәшлеге хаҡында шиғырҙар циклы тупланған. Китапҡа башҡорт шағирҙары Рәми Ғарипов, Кәбир Аҡбашев, Сафуан Әлибайҙың һәм башҡа авторҙарҙың тәржемәләре лә индерелгән.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың «Ер һәм йыһан йыры» китабына 1962-1968 йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары, поэмалары ингән. Йыйынтыҡта быға тиклем баҫылмаған ике поэма ла урын алған.

Мансур Һиҙиәтовтың «Ҡыу ҡарағас» китабында шул уҡ исемле повесы һәм хикәйәләр тупланған.

Китаптарҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть