10 декабрь, Шәмбе

11 март 2015 йыл, 14:31

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Николай Никитин гинекология буйынса операция яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Николай Никитин 30 йәшлек пациентҡа эндоскоп ярҙамында операция яһаны. Парламентарий «Чиновник һөнәрен алмаштыра» акцияһы сиктәрендә хирургия буйынса тәжрибәһен күрһәтте.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә бындай операциялар ғәҙәти һанала. Бынан тыш, элегерәк пациенттар операциянан һуң дауаханала 14 көн тирәһе ятһа, хәҙер — 3-5 көн.

Николай Никитин Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы проектында ун өсөнсө булып ҡатнашты.

— Ғүмерем буйына табип булып эшләнем, депутат булып киткәс тә медицинаны ташларға ярамай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды парламентарий. — Сирлеләр минең ярҙамға мохтаж. Шуға күрә медицинала эшләүемде туҡтатырға хоҡуғым юҡ. Өҫтәүенә был минең яратҡан эшем.

«Чиновник һөнәрен алмаштыра» акцияһы 2013 йылда башланды. Ул саҡта эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу маҡсат итеп ҡуйылғайны. Мәҫәлән, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова — штукатур-маляр, республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванюта — фрезеровщик, ә ауыл хужалығы министры Николай Коваленко машина менән һауыу операторы булып эшләп ҡараны.

Һуңынан иғтибар дәүләт власы вәкилдәре биографияһының башланғыс этаптарына йүнәлтелде. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проекттың маҡсаты — власть вәкилдәренең күбеһенең хеҙмәт юлын тап эшсе һөнәрҙәрҙән башлауын күрһәтеү.