3 декабрь, Шәмбе

11 март 2015 йыл, 12:42

Актриса Эльвира Юнысова «Әбейүшкә@.тущка.ru» спектаклендә юбилейын билдәләй

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14 мартта Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Эльвира Юнысова юбилейын билдәләй. Был көндө ул  «Әбейүшкә@.тущка.ru» спектаклендә уйнаясаҡ. Театрҙың әҙәби бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, актриса Рәлиф Кинйәбаевтың комедияһында замана үҙгәрештәрен аңларға, тормошон үҙенсә ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тырышып йәшәп ятҡан етеҙ, дәртле ауыл ҡатыны Рәмзилә ролендә сығыш яһай.

Эльвира Юнысова М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң ҡабул ителә. Театрҙа тәүге ролдәре: Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!» драмаһынан Гөлнәрисә, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» пьесаһынан Зәмзәгөл, А.Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү» драмаһынан Маша, А.Вампиловтың «Өлкән улым» драмаһынан Макарская, М.Кәримдең «Ярлыҡау»ынан Тереза, Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» комедияһынан Диләфрүз һәм башҡалар тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Ф.Бүләковтың «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» пьесаһында Гөлнур роле өсөн 1991 йылда уға Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһы бирелә, ошо уҡ роле өсөн ул «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара театр фестивале лауреаты була. Актрисаның Флорид Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!» әҫәрендәге төп роле Салауат ҡалаһында уҙғарылған «Театр яҙы — 95» фестиваленең «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе булды. «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир» (Ф.Кроммелинк) пьесаһынан Стелла, М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһынан Шәфәҡ, «Кәкүк ояһы» (К.Кизи) психологик триллерынан мисс Гнусен, Вуди Аллендың «Хәйерле иртә, Энид!» тормош фокустарынан Энид, һуңғы ролдәренән — Я.Пулиновичтың «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр..» спектакленән Жанна һәм башҡа эштәре республикабыҙҙың театр мәҙәниәтендә башҡарыу оҫталығы кимәлен билдәләүсе лайыҡлы ролдәр иҫәбендә.

Эльвира Юнысова Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы ағзаһы булып тора, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары булып эшләне.