9 декабрь, Йома

11 март 2015 йыл, 12:13

Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстандың билдәле урындарының береһендә булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанда танылған ҡаҙаҡ батырҙарының береһе — Ҡабанбай батырҙың мавзолейында булды.

Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ренарта Яунбаевты һәм Силәбе өлкәһенән крайҙы өйрәнеүсе Рөстәм Сәғиҙуллинды Кызылжар ауылы мәктәбе хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөнө. Улар Ҡабанбай батырҙың биографияһы, уның иҫтәлегенә бәйле мәктәптә уҙғарылған саралар хаҡында һөйләне.

— Ошо төйәктең данлы ата-бабалары хаҡында тарихи иҫтәлектәр һаҡлау буйынса саралар хөрмәткә лайыҡ. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ батырҙары йәмғиәттә һәм яу яланында оҡшаш функция үтәгән, шуға күрә бындай тикшеренеүҙәр башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтары араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ, — тип билдәләне Ренарт Яунбаев.

Рөстәм Сәғиҙуллин ҡаҙаҡ уҡыусыларына Башҡортостанда ла, Силәбе өлкәһендә лә башҡорттарҙың батырҙар тураһында тарихи хәтерҙе хөрмәтләүе тураһында бәйән итте. Былтыр Нуриман районында Төлкөсура Алдағоловҡа бағышланған һүрәттәр конкурсын миҫалға килтерҙе. Ул үҙе батырҙың биографияһын өйрәнә.

Башҡортостан делегацияһы мәктәп китапханаһына китаптар, башҡорттарҙың тарихы тураһында материалдар һәм республика флагын бүләк итте.