11 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2015 йыл, 11:14

Республикала иң сибәр 12 башҡорт ҡыҙы билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Театро» клубында «Һылыуҡай-2015» республика телевизион  конкурсына кастинг үткәрелде.

Унда 30-ҙан ашыу ҡыҙ ҡатнашты. Финалсыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин, Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина, «Һылыуҡай-2015» бәйгеһе продюсеры Илдар Ишкинин, конкурстың режиссеры Айгөл Сиражетдинова, хореограф Азалия Дилмөхәмәтова, Башҡортостандың Ҡатнаш көрәш сәнғәте федерацияһы президенты Руслан Зарипов,  Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов составындағы жюри һайлап алды.

Рәсәй ҡалаларынан һәм республика райондарынан 12 һылыуҡай финалға үтте. Улар — Әлфиә Килдейәрова (Мәскәү), Ильнара Рахманғолова (Баймаҡ районы), Ильнара Үтәшева (Санкт-Петербург), Светлана Кожаринова (Магнитогорск), Әлиә Әбдрәшитова (Бөрйән районы), Римма Әбүбәкерова (Стәрлетамаҡ), Гөлназ Ильясова (Ишембай), Гөлшат Манапова (Салауат районы), Зәлиә Яппарова (Күгәрсен районы), Диана Мөхәмәтйәнова (Өфө), Ильмира Моталова (Хәйбулла районы) һәм Нәркас Насирова (Сибай).

Әҙерлек осоронда ҡыҙҙар «Һылыуҡай көндәлеге»ндә төшәсәк. Тиҙҙән уны «Туған тел» каналында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ улар бейеү, актерлыҡ оҫталығы, йыр һәм дефиле буйынса профессиональ уҡытыусылар менән шөғөлләнәсәк.

12 мартта  «Интернет гүзәле» номинацияһында тауыш биреү башлана.

— Бәйгенең финалы апрель баштарында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә, — тип хәбәр итте «Һылыуҡай-2015» конкурсының матбуғат секретары Динара Кәримова.

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Туған тел» телеканалы һәм «Һомай» дефиле-театры. Бәйге Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов булышлығында уҙа.