11 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2015 йыл, 10:38

2035 йылға авария хәлендәге торлаҡ күләме 100 миллион квадрат метрға етәсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Эксперттар баһалауынса, алдағы егерме йылда авария хәлендәге торлаҡ күләме 100 миллион квадрат метрға етәсәк. Был хаҡта 10 мартта Стәрлетамаҡта үткән «Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары» Бөтә Рәсәй конференцияһы барышында дәүләт корпорацияһының күҙәтеү советы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды рәйесе Сергей Степашин хәбәр итте. Конференцияла Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Константин Цицин, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный ҡатнашты.

— 2012 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡты күсереү буйынса тәжрибәбеҙ бар, —  тине Сергей Степашин.

Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы закон проекты әҙерләгән. Хоҡуҡи институт булдырылған, закон үҙ көсөнә ингән. Яңы институтты оҙайлы ваҡытҡа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү проблемаларын хәл итеү өсөн файҙаланыу бурысы тора. Закон проекты аҙ тәьмин ителгәндәргә — социаль найм, ә яҡын арала, айырыуса көрсөк мәлендә баҙар хаҡтары буйынса фатир һатып ала алмаған граждандарға коммерция булмаған найм шарттарында торлаҡ биреүҙе күҙ уңында тота. Милекселәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн киң мөмкинлектәр асыла.

Конференцияла лифт хужалығы мәсьәләләрен дә тикшерҙеләр.

— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды — күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең проблемаларын хәл итеү генә түгел, эшҡыуарлыҡ һәм намыҫлы конкуренцияны үҫтереү сараһы ла. Бынһыҙ тәҡдим ителгән хеҙмәттәр сифатлы булмаясаҡ. Шуныһы мөһим: граждандар ҡултамғалар йыйып, идара итеүсе компанияны алмаштыра ала. Әммә кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусылар  араһында рейдерҙар йыш ҙа осрай. Уларҙың маҡсаты — халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү түгел, ә бизнесты артабан һатып ебәреү, — тип аңлатма бирҙе «ӨфөЛифт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Денис Шәрипов