11 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2015 йыл, 16:27

«Сыңрау торна» нәшриәтендә башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре донъя күрә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге «Сыңрау торна» нәшриәтендә шағирә Фирүзә Абдуллинаның «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!» тип аталған шиғырҙар китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡта авторҙың ҡатын-ҡыҙ күңелен сағылдырған тормош, мөхәббәт, матурлыҡ хаҡында лирик шиғырҙары тупланған.

«Сыңрау торна» нәшриәте Әҙәбиәт йылында эшләй башланы. Төп маҡсаты — башҡорт шағирҙарының китаптарын нәшер итеү. Нәшриәттә тәүгеләрҙән булып Ғилман Ишкининдың «Мин, бәлки, урап та килмәҫмен...» шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡты.

Фирүзә Абдуллина Баймаҡ районында тыуған, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Хәҙер Ҡырмыҫҡалы районында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шиғырҙары «Бәйләнештә» сайтындағы «Ғәжәп донъя» төркөмөндә баҫыла.

— Яңы шиғырҙарымдың баҫылыуын көткән уҡыусыларым мине ижадҡа дәртләндерә. Юғары маҡсаттар ҡуймайым, илһам килгәндә, ҡулыма ҡәләм алам. Мин тормошто, кешеләрҙе яратам, һәр нәмәнән ҡыуаныс табып, изгелек ҡылып йәшәргә тырышам, —  ти автор.