Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юл хужалығы өсөн 1 миллиард 651 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2015 йылда Башҡортостанға юл хужалығы өлкәһендә төбәк программаларының маҡсатлы күрһәткестәренә ирешеү өсөн 1 миллиард 651 миллион 344,9 мең һум бюджет-ара трансферт бүленәсәк. Тейешле ҡарарға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған.

Федераль бюджет «Транспорт системаһын үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә 69 319 000 мең һум күләмендә бюджет-ара трансферт биреүҙе күҙ уңында тота. Был аҡсалар алдағы ун йыллыҡта төҙөлөш һәм автомобиль юлдарын төҙөкләндереү күләмен 2003-2012 йылдар менән сағыштырғанда ике тапҡырға арттырыу өсөн Рәсәй Президенты йөкләмәләре исемлеген үтәү буйынса субъекттар эшмәкәрлектәренә федераль ярҙам булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть