3 декабрь, Шәмбе

10 март 2015 йыл, 15:21

Стәрлетамаҡта «Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары» Бөтә Рәсәй конференцияһы башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Стәрлетамаҡ хакимиәтендә Рәсәй Юристары ассоциацияһы көндәре сиктәрендә «Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары» Бөтә Рәсәй конференцияһы башланды.

Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды» дәүләт корпорацияһының күҙәтеү советы рәйесе Сергей Степашин һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондының генераль директоры Константин Цицин килде.

Конференцияла ҡатнашыусылар төбәктә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды тарафынан финансланған граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрәсәк.

Бынан тыш, улар авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү өсөн тәғәйенләнгән күп фатирлы йортто, өлгөлө йортто ҡараясаҡ һәм «ЖЕКА» онлайн-уйынында ҡатнашыусы 33-сө мәктәп уҡыусылары менән осрашасаҡ.