4 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2015 йыл, 15:04

Салауатта социаль мәсьәләләр буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 11 мартта Салауатта республиканың бер нисә ведомствоһы граждандарҙы ҡабул итә. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итте.

Салауаттар Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе һәм Башҡортостандың дәүләт юридик бюроһы белгестәренә һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.

Граждандарҙы ҡабул итеү Ленин урамы, 2 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана.