5 декабрь, Дүшәмбе

10 март 2015 йыл, 14:25

Республикала ярмалар һәм медикаменттар ҡиммәтләнә, помидорҙар һәм араҡы арзаная

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы ағымдағы йылда инфляцияны алға этәреүсе төп көс булып ҡала. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан Башҡортостанда аҙыҡ-түлек 7,8 процентҡа, 2014 йылдың ғинуар-февралендә 2,6 процентҡа ҡиммәтләнгән. Шуның менән бергә республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың үҫеше Рәсәй (9,1 процент) һәм Волга буйы федераль округының күп кенә субъекттарына ҡарағанда кәмерәк.

Февралдә Башҡортостанда тары, дөгө, борсаҡ һәм манный ярмаһы 6,1 — 12,1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Сыр һәм май — 2,6 — 4,9 процентҡа, бойҙай ононан бешерелгән икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиелары һәм бойҙай оно  — 2,5 — 3,6, сәй 9,9 процентҡа артҡан.  

Балыҡ продукцияһының айырым төрҙәре 1,5 — 14,6 процентҡа, шул иҫәптән туңдырылған балыҡ 10,6 процентҡа ҡыйбатланған. Һөт ризыҡтары 1,9 — 9,3 процентҡа (һөт —  3,6 процентҡа),  ит — 0,7 — 7 процентҡа (һыйыр ите — 3,8 процентҡа, колбаса — уртаса 2,4 процентҡа) ҡиммәтерәк.

Шул уҡ ваҡытта ҡыяр-помидорҙар  — 14,1 — 22 процентҡа, сусҡа, ҡош ите һәм тоҙ — 0,8 — 1,2, араҡы 2,1 процентҡа арзанайған.

Февралдә медикаменттарҙың хаҡы һиҙелерлек артты. Статистиктар күҙәтеү алып барған 45 медицина препараттарының 16-һы 5,1 — 10,7 процентҡа, 26-һы 5 тапҡырға ҡыйбатланған.

Шулай уҡ электр приборҙарының айырым төрҙәренә, йыһазға, косметика тауарҙарына, кейем-һалымға, аяҡ кейеменә, трикотаж һәм ойоҡ-ойоҡбаш изделиеларына ла хаҡтарҙың күтәрелеүе билдәләнгән.

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә инфляция 5,7 процент кимәлендә.