Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Бөйөк Ватан һуғышы проблемалары буйынса бөтә Рәсәй конференцияһы уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Совет халҡының Бөйөк Еңеүе: тарих дәрестәре һәм заман саҡырыуы» тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башлай. Форум 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған. Уның ойоштороусылары — Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән бер рәттән Көнсығыш иҡтисади-хоҡуҡи гуманитар академияһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостандың Милли музейы, «Белем» йәмғиәте, Башҡортостандың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы.

Конференция эшендә хәрби тарих проблемаларын өйрәнеүсе ғалимдар, белгестәр, юғары уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡытыусылары, ветеран һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан хәбәр итеүҙәренсә, сит илдәрҙән дә эксперттарҙың килеүе көтөлә.

Форумда Бөйөк Ватан һәм Икенсе донъя һуғышының мөһим проблемаларын тикшереү планлаштырылған. Конференция сиктәрендә Рәсәй, шулай уҡ Минск, Донецк, Бишкәк, Дүшәнбе ҡалалары ғалимдарының доклады тәҡдим ителәсәк.

Пленар өлөштән һуң конференцияла ҡатнашыусылар Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть