11 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2015 йыл, 11:48

Башҡортостанда матбуғат сараларында Әҙәбиәт йылын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда республиканың киң мәғлүмәт сараларында Әҙәбиәт йылын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде.

Уның маҡсаты — баҫма һәм электрон киң мәғүмәт сараларын Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын уҙғарыуҙы яҡтыртыуға, йәмғиәтте әҙәбиәткә, китап уҡыуға йәлеп итеү.

Конкурс тураһында положение, ҡатнашыу өсөн заявка Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының рәсми сайтында, республика Журналистар союзы сайтында баҫылған.

Бәйгелә республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзит, журнал редакциялары, телевидение, радио, электрон мәғлүмәт сараларының ижади коллективтары һәм айырым авторҙар ҡатнаша ала. Конкурсҡа 2015 йылдың 1 ғинуарынан ағымдағы йылдың 1 ноябренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә. Эштәрҙең һаны сикләнмәй.

Беренсе, икенсе, өсөнсө дәрәжә лауреаттары республика баҫма киң мәғлүмәт саралары (гәзит-журналдар), ҡала, берләштерелгән һәм район баҫма киң мәғлүмәт саралары, электрон матбуғат саралары (интернет, телевидение, радио) номинациялары буйынса бүләкләнәсәк. Материалдар 2015 йылдың 10 ноябренә ҡәҙәр ҡабул ителә. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы,  Киров урамы, 45, 413/1-се бүлмә. Телефон (347) 218-07-72.

Конкурстың ойоштороусылары — Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Журналистар союзы.