4 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2015 йыл, 10:47

Ғинуар-февралдә республикала инфляция 5,7 процент тәшкил итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар-февраль айҙарында республиканың ҡулланыусылар баҙарында хаҡтар 5,7 процентҡа артты. Сағыштырыу өсөн: 2014 йылдың ошо уҡ осоронда төбәктә инфляция 1,4 процент тәшкил иткән. Был хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә. Февраль күрһәткестәре шуға ярашлы 2,3 һәм 0,6 процент.

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы дауам итә. Ике ай эсендә Башҡортостанда аҙыҡ-түлек 7,8 процентҡа (2014 йылдың ғинуар-февралендә — 2,6 процентҡа), ҡулланыу тауарҙары — 5 процентҡа (0,1), хеҙмәттәр — 3,7 процентҡа (1,4) ҡиммәтләнгән.

Йыллыҡ иҫәпләүҙәрҙә инфляция — 15,9 процент кимәлендә (Рәсәй буйынса — 16,7 процент).