Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың трактор паркы сәсеүгә 89 процентҡа әҙер

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/.

Башҡортостан аграрийҙары сәсеү кампанияһына әҙерлек эштәрен дауам итә. Әлеге мәлгә республика буйынса тракторҙарҙың техник әҙерлеге 89 процент тәшкил итә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15995 берәмек техниканың 14177-һе төҙөк.

Эш пландарына ярашлы яҙғы баҫыу эштәрендә тупраҡты сәсеүгә әҙерләүҙә 10400-ҙән ашыу трактор агрегаттары ҡатнашасаҡ. Ауыл хужалығы культураларын сәсеүгә 4830 агрегат йәлеп итеү планлаштырыла.

Башҡортостан буйынса сәсеү машиналарының техник әҙерлеге 93 процент, культиваторҙарҙың — 94, дискылы тырмалар һәм һурҙырыу ҡоролмаларының 89 процент тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть