11 декабрь, Йәкшәмбе

06 март 2015 йыл, 17:38

Сәлиә Мырҙабаева: «Медицина учреждениеларына һалымды кәметеү медицина ярҙамы сифатын яҡшыртасаҡ»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева ойошмаларҙы дәүләт милкенә күсергәндән һуң мөлкәткә һалым түләүгә бәйле дауалау учреждениеларына һалымдың артыуына борсола.

Депутат һүҙҙәренсә, элегерәк улар «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 131-се Федераль закон менән билдәләнгән вәкәләттәр нигеҙендә мөлкәткә һалым льготаларын алыу мөмкинлегенә эйә ине.

2013 йылдың 1 ғинуарынан ошо хоҡуҡи норма көсөн юғалтты. Хәҙерге көндә медицина ойошмаларының милеккә һалым льготалары юҡ. Депутат фекеренсә, бындай хәл медицина ярҙамының сифатына һәм күләменә йоғонто яһай һәм тикшереүҙе талап итә.

Дәүләт Думаһындағы «хөкүмәт сәғәте» барышында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына ярашлы медицина ойошмаларына һалым һалыу төбәк вәкәләттәре ҡарамағында хәл ителә тип аңлатма бирҙе.

Республиканың бөтә муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының да дәүләт милкенә күсерелеүен иҫәпкә алып, депутат медицина ойошмаларына һалымды төбәк кимәлендә билдәләү хаҡындағы мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт итте.

— Медицина учреждениеларына һалымды кәметеү республикала йәшәүселәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне Сәлиә Мырҙабаева.