10 декабрь, Шәмбе

06 март 2015 йыл, 16:42

Айнур Асҡаровтың яңы фильмы Канн кинофестиваленең һайлап алыу комиссияһына ебәрелде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Әсә» нәфис фильмы 11 мартҡа тиклем күрһәтеләсәк. Февраль айында уның премьераһы булды. Режиссер Айнур Асҡаровтың яңы фильмы «Родина» кинотеатрында киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Фильм 21 апрелдән 26-на тиклем Һамарҙа үтәсәк «Балаларға — кино» XX Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Бынан тыш, Башҡортостанда төшөрөлгән фильм Канн кинофестиваленең һайлап алыу комиссияһына ебәрелде. Европа тәнҡитселәре һүҙҙәренсә, уның мөмкинлектәре ҙур, тип хәбәр итте продюсер Фәнил Ғәлимов.

Әлеге көндә «Арҡайым-продакшн» студияһы республика райондары хакимиәттәре менән прокат тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Марттың 20-дә ҙур киномарафон башлана — маршрут 50-нән ашыу ауылды үҙ эсенә ала. Фильмды киномобилдә күрһәтәсәктәр. Урындарҙа режиссер һәм ижади төркөм менән осрашыуҙар уҙғарыу ҡаралған.

Ҡыҫҡа метражлы фильм «Саҡ менән Суҡ» бәйетенә нигеҙләнеп төшөрөлгән. Сценарийҙы драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған, операторы —  Анна Рожецкая. Игеҙәктәрҙе — Йылайыр районынан Айгиз менән Нургиз Таҡаловтар, Шәүрәне — Башҡорт драма театры актрисаһы Юлиә Ғәләүетдинова, Ританы — актриса, телевидение алып барыусыһы Ғәлиә Вәхитова, олатай ролен популяр актер һәм режиссер Азат Йыһаншин башҡара.

темалар: кино, премьера