7 декабрь, Шаршамбы

06 март 2015 йыл, 16:01

Башҡортостанға эш сәфәре менән Сергей Степашин һәм Константин Цицин килә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 10-11 мартта Башҡортостанға эш сәфәре менән дәүләт корпорацияһының күҙәтеү советы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды рәйесе Сергей Степашин һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондының генераль директоры Константин Цицин килә.

Сәфәр барышында Сергей Степашин һәм Константин Цицин Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Юристары ассоциацияһы көндәре сиктәрендә уҙғарылған «Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары» бөтә Рәсәй конференцияһы эшендә ҡатнашасаҡ. Улар төбәктә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды тарафынан финансланған граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрәсәк.