Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Аҙна эсендә республикала ОРВИ менән сирләү осрағы 15 процентҡа кәмене

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Аҙна эсендә Башҡортостанда киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүҙең 29 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар һаны 15 процентҡа кәмегән. Халыҡтың ОРВИ менән ауырыу кимәле аҙналыҡ эпидемик сиктән алты процентҡа юғары, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан.

Ошо уҡ осорҙа Өфөлә 10 меңдән ашыу кеше киҙеү һәм ОРВИ менән сирләгән.

Баш ҡалала ауырыу күрһәткесе эпидемик сиктән 30 процентҡа юғары. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда ул һигеҙ процентҡа түбәнәйгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть