8 декабрь, Кесе йома

06 март 2015 йыл, 13:20

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары минераль ашламалар туплай

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Республика хужалыҡтарында минераль ашламалар туплау бара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Бөгөнгө көндә бындай саралар 29 районда башҡарыла. Саҡмағош (2146 тонна) һәм Ауырғазы (1398 тонна) райондары хужалыҡтары был эште иң яҡшыларҙан ойошторған. Стәрлетамаҡ (634 тонна), Мәләүез (566 тонна), Дүртөйлө  (562 тонна) һәм Бүздәк райондары (470 тонна) аграрийҙары ла минераль ашламаларҙы әүҙем һатып ала.

Башҡортостанда бөтәһе 8768 тонна минераль ашлама алынған, шуларҙың 4134 тоннаһы — азотлы.

«Башплодородие» дәүләт унитар предприятиеһының Туймазыла, Бүздәктә, Борайҙа урынлашҡан складтарына азотлы минераль ашламалар килтерелә башлаған. Шулай уҡ Баймаҡҡа һәм Мәсәғүткә лә ашламалар килтереү көтөлә.

Ашламаларға хаҡтарҙың төшөүе дауам итә. «Газпром газэнергосеть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән 2015 йылдың сентябрь аҙағына тиклем бүлеп түләү тураһында килешеү төҙөлгән. Бер тонна ашламаларҙың һатыу хаҡтары түбәндәгесә тәшкил иткән: аммиак селитраһы — 17 567 һум, карбамид — 19 338 һум.