10 декабрь, Шәмбе

06 март 2015 йыл, 12:29

Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы үҙенең биш йыллығын билдәләй

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы республикабыҙ студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы үҙенең биш йыллығын билдәләй. Тантаналы сара 15 мартта Рәсәй баш ҡалаһының «Арбат» мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә үтә. Был көндө ҡунаҡтар алдында республиканың сәнғәт оҫталары, атап әйткәндә, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, йәш йырсы Радик Юлъяҡшин һәм «Заман» этно-проекты сығыш яһаясаҡ, Хәбир Сөләймәновтың «Башгизхан» китабының һәм ассоциация проекттарының исем туйы уҙғарыласаҡ.

Сара сиктәрендә «Мираҫ» фонды конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ҡаралған. Фонд рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева фән, йәмәғәт эшмәкәрлеге, спорт һәм сәнғәт өлкәләрендә үҙҙәрен күрһәткән 11 иң яҡшы студентҡа аҡсалата премия һәм дипломдар тапшырасаҡ.

Ассоциацияны ҡотларға билдәле сәйәсмәндәр, мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре киләсәк.

— Ойошманың маҡсаты — республика йәштәре өсөн яңы мөмкинлектәр асыу. Беҙ Башҡортостандан ситтә белем алыусы студенттар тыуған төйәктәре менән бәйләнешен юғалтмаһын, үҫеп килеүсе быуын менән мәғариф эшмәкәрлеге алып барһын өсөн тырышабыҙ. Был көндө ассоциацияға ошо идеяға ышанған һәм башланғыстарыбыҙға ярҙам күрһәтеүселәр йыйыласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ойошма етәксеһе Азат Бәҙрәнов.

Ассоциация Мәскәүҙә башҡорт йәштәрен милли-мәҙәни яҡтан үҫтереүгә этәргес булып тора, тип өҫтәне ул. Йыл һайын бында «Һылыуҡай» гүзәллек бәйгеһе һәм студент командалары араһында КВН үткәрелә, студенттарҙың «Саптар» ҡурайсылар ансамбле ойошторолған. Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов уларға оҫталыҡ дәрестәре бирә.

Ассоциацияның эшмәкәрлеге Мәскәүҙә башҡа төбәктәрҙең йәштәр ойошмалары һәм башҡа милләт вәкилдәре өсөн өлгө булып тора. Былтыр Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы уның тәжрибәһен бөтә илдә таратырға тәҡдим итте.

Ойошма киләсәктә Мәскәүҙә башҡорт теле курстарын асырға, илдең баш ҡалаһында белем алыусы башҡорт студенттары араһында көрәш буйынса турнир үткәрергә, эшҡыуарлыҡ клубын булдырырға ниәтләй.

«Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы 2009-2010 йылдарҙа илдең юғары уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәр тарафынан булдырылған. Ул баш ҡалала республиканың кадрҙар потенциалын үҫтереү һәм Башҡортостан студенттарын социалләштереү маҡсатында ойошторолған. Бөгөнгө көндә ул Рәсәй ҡалаларында 2000-дән ашыу кешене берләштерә.