4 декабрь, Йәкшәмбе

06 март 2015 йыл, 11:06

Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге XХ Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 марттан 27-нә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XХ Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уҙа.

22 һәм 23 мартта тамашасылар Валерий Гаврилиндың «Анюта» балетын ҡарай ала. Спектакль өҫтөндә Мәскәү командаһы эшләй.

Театр премьераға солистарҙың өс составын әҙерләй. Анютаның төп партияһында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Гүзәл Сөләймәнова, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар дипломанты һәм призеры Гөлсинә Мәүлекәсова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Валерия Исаева сығыш яһаясаҡ.

24 мартта театрҙа балет кисәһе үтә. Ул өс бүлектән тора. Тәүгеһендә тамашасылар Валерий Гаврилин музыкаһына яҙылған Наталья Сац исемендәге Мәскәү дәүләт академия балалар музыка театрының «Фронт хаттары» балетын ҡарай ала. Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланасаҡ.

— Спектаклдең либреттоһы нигеҙендә — һалдаттарҙың һуғыштан яҙған хаттары. Уларҙы Мәскәү театрҙары актерҙары йәш быуынға тәғәйенләп уҡып ишеттерәсәк, — тип хәбәр итте театрҙың әҙәби бүлеге мөдире Алиса Сабирова.

Икенсе һәм өсөнсө бүлектәрҙә халыҡ-ара конкурс лауреаттары — Рәсәй һәм сит ил театрҙары вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

25 мартта өфөләр Адольф Адандың «Жизель» балетына тамаша ҡыла аласаҡ. 26-да Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Петр Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» балеты күрһәтеләсәк.

Фестиваль 27 мартта, Халыҡ-ара театрҙар көнөндә тамамланасаҡ. Гала-концертта донъя сәхнәһе йондоҙҙары һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары ҡатнаша. Улар араһында — Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре Мәҙинә Басбаева һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Бәхтейәр Адамжан («Астана Опера»), Анна Никулина (Ҙур театр), Олеся Новикова һәм Кимин Ким (Мария театры), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ирина Перрен һәм Марат Шемиунов (Михайлов театры).