5 декабрь, Дүшәмбе

06 март 2015 йыл, 10:08

Башҡортостандың сауҙа нөктәләрендә урында етештерелгән продукттар күбәйә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Республика магазиндары кәштәләрендә урында етештерелгән продукттар күбәйә. Өфөлә үткән матбуғат конференцияһы «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге: ассортимент, сифат, хаҡтар» темаһына арналды.

— Килеп тыуған иҡтисади хәлгә бәйле күп кенә етештереүселәр әйләнештән төшөп ҡалды, әммә улар алмаштырылды, — тип билдәләне Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов. — Сауҙа әйләнешендә урындағы продукцияның өлөшө артты. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә сырҙарҙың 80 проценты Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда етештерелгән.

Эксперттар билдәләүенсә, төрлө кимәлдәге магазиндар Башҡортостанда сығарылған продукттар менән ҡыҙыҡһына башлаған. Мәҫәлән, сауҙа майҙансыҡтарының 90 процентҡа яҡыны урындағы ассортимент менән эшләй. Улар бигерәк тә ҙур булмаған ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары менән хеҙмәттәшлек итә.

Ҡайһы бер предприятиелар һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн йәшелсәләрҙе йыуыу өсөн ҡорамалдар, төрөү материалдары һатып ала, фирма магазиндарын аса, тип билдәләне ведомство башлығы.

Сауҙа буйынса дәүләт комитеты күҙаллауынса, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар кинәт күтәрелмәйәсәк. Киреһенсә, йәшелсәләргә миҙгелле хаҡтар кәмеүен билдәләй: ике аҙна эсендә помидорҙар 30 һумға арзанайған. Иттең ҡиммәтләнеүен дә хаҡтарҙың миҙгелле тирбәлеүенә бәйләйҙәр.

— Быйыл етештереүселәр ауыл хужалығы йәрминкәләрендә әүҙем ҡатнашты. Ит ҡыйбатланды, сөнки әлегә етештереүселәрҙең һатып алыусыларға тәҡдим итерлек продукцияһы юҡ. Ихтыяж юғары кимәлдә ҡала, — тип аңлатма бирҙе Рөстәм Камалетдинов.

Башҡортостанда миҙгелле продукттарға хаҡтар үҫешен кәметеү буйынса эш алып барыла. Бының өсөн башҡа төбәктәр һәм яҡын сит илдәрҙән тауар килтереүселәр менән үҙ-ара эш итеү әүҙемләшә. Продукцияны аралашсыларһыҙ һатып алыуға баҫым яһала.