10 декабрь, Шәмбе

05 март 2015 йыл, 17:46

Республиканың ике юғары уҡыу йорто — бөтә Рәсәй студент берләшмәләрен үҫтереү программалары конкурсында еңеүселәр иҫәбендә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты — 2015 йылға бөтә Рәсәй студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программалары конкурсында еңеүселәр араһында. Ул Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан үткәрелде. Конкурста 214 вуз ҡатнашты. Улар программаның тулылығы, саралар буйынса сығымдарҙың нигеҙле булыуы, белем алыусыларҙың программа сараларына йәлеп итеүсәнлеге, студент берләшмәләре эшмәкәрлеге үҫеше динамикаһы критерийҙары буйынса баһаланды. 126 белем биреү ойошмаһы еңеүсе тип билдәләнде, улар федераль бюджеттан финансланасаҡ.

Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу йортона бирелгән туғыҙ миллион һум аҡса студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланыласаҡ.

Былтыр ҙа  Башҡорт дәүләт университетына ошо конкурста еңеү яулағаны өсөн дүрт миллион һум күләмендә аҡса бирелгәйне.