7 декабрь, Шаршамбы

05 март 2015 йыл, 17:05

«Урал ауазы» фестивалендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 20-нән ашыу этник коллективтар ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең «Урал ауазы» II халыҡ-ара конкурс-фестиваленә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән ике тиҫтәнән ашыу ижади коллективтар йыйыласаҡ. Оло сара 24 марттан 26-на тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә.

Конкурс-фестивалдә профессиональ һәм студент ансамблдәре һәм оркестрҙары, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Хакасия, Саха (Яҡут) республикаларынан, Силәбе, Свердловск, Һамар, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербургтан, донъяның төрлө илдәренән — Төркиә, Ҡытай, Белоруссия, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан солистарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

— Билдәле булыуынса, бәйгелә төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән ете оркестр һәм ансамбль, Башҡортостан ҡалаларынан биш һәм Өфөнән ун коллектив ҡатнаша. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең әүҙем булыуы шатландыра, сөнки бындай фестивалдәр уларҙың халыҡ-ара аренаға сығыуына булышлыҡ итә. Ғаризаларҙы 10 мартҡа тиклем ҡабул итәбеҙ, — тип асыҡлыҡ индерҙе филармонияның матбуғат секретары Лиана Сөләймәнова.

Тыңлауҙар Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында үтәсәк.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы оркестр һәм ансамбль сәнғәтенең күренекле эшмәкәрҙәре: Рәсәйҙең халыҡ артисы, Санкт-Петербург ҡалаһындағы В. Андреев исемендәге дәүләт академия рус халыҡ оркестрының дирижеры һәм художество етәксеһе Дмитрий Хохлов, Үзбәкстандың халыҡ артисы, профессор Фарух Садыков, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Урал ауазы» проектының художество етәксеһе һәм авторы Рәмил Ғәйзуллин баһалаясаҡ.