9 декабрь, Йома

05 март 2015 йыл, 16:28

Өфөлә 12 яңы туҡталыш буласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә 12 яңы туҡталыш, атап әйткәндә, шуларҙың һигеҙе — Ноғай, Жилин, Чесноковка ҡасабаларында, берәүһе Сочи урамында булдырыла. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ноғайҙа биш туҡталыш: «Хәсәнов бульвары», «Урал батыр урамы» һәм Рощинская урамында «Рощинская», Берҙәмлек урамында «Яңы Өфө» һәм Янтарная (Гәрәбә) урамында шул уҡ исемдәге туҡталыш асыла. Жилин ауылында — «Ҡала яны урамы» һәм «Ҡояшҡай» баҡсасылар ширҡәте», Чесноковкала Держава урамында «Чесноковка» сауҙа-сервис комплексы» туҡталыштары барлыҡҡа киләсәк.

Дим биҫтәһендә тағы ла өс туҡталыш урындары эшләнә.

Туҡталыштар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт Өфө хакимиәтенең сайтында баҫылған ҡарарҙа бирелгән.

темалар: ҡала хужалығы