10 декабрь, Шәмбе

05 март 2015 йыл, 15:23

Санкт-Петербургта «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһының 5 йыллығын билдәләйәсәктәр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йома көндө, 13 мартта, Санкт-Петербургта башҡорт мәҙәниәтенә бәйле ике ҙур сара ойошторола.

«Рекорд» йәштәр йортонда «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһының 5 йыллыҡ юбилейына бағышланған байрам концерты була. Программала  — Санкт-Петербургтың милли ижади коллективтары сығышы, башҡорт музыкаһы. Тамашасылар һоҡланғыс халыҡ бейеүҙәрен ҡарай аласаҡ. Концертҡа Башҡортостанда тыуған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең килеүе көтөлә.

Сара Санкт-Петербургтың Милләттәр йорто һәм Миграция сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса ҡала комитеты булышлығында үткәрелә. Концертҡа теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Инеү ирекле.

«Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы Башҡортостандың милли традицияларын ҡала кимәлендә күрһәтә һәм Санкт-Петербургта уҙғарылған төрлө милләт-ара сараларҙың даими ҡатнашыусыһы булып тора. «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы 2009 йылда булдырылған һәм ошо ваҡыттан алып мәҙәни һәм спорт йүнәлешендәге сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.

Был көндө илебеҙең төньяҡ баш ҡалаһында башҡорт һәм татар эстрадаһын башҡарыусыларҙың гала-концертында республиканың Ғафури районы вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Радик Юлъяҡшин, Сөмбөл Билалова, республика конкурстары лауреаттары Хызыр Нәзиров, Зилара Бикбова, Юлай Аҙнағолов бар. Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Илшат Хәбибуллин, «Байыҡ» республика конкурсы еңеүсеһе Искәндәр Әбелғужин, шулай уҡ Эльвира Хөснөтдинова халыҡ бейеүҙәрен башҡарасаҡ. Республика конкурстары еңеүсеһе Рәмил Ҡотосов башҡарыуында ҡурай моңо яңғыраясаҡ.

«Колизей» концерт залында (Нева проспекты, 100) өс сәғәт дауамында барасаҡ тамашаны «Питер Буйлары» милли-мәҙәни үҙәге ойоштора.

Концерт залының фойеһында Башҡортостандың Ғафури районынан килтерелгән сувенирҙар һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Концерт киске сәғәт 7-се яртыла башлана.