8 декабрь, Кесе йома

05 март 2015 йыл, 14:36

8 мартта республикала теле- һәм радиосигналдарҙың ваҡытлыса юғалыуы ихтимал

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 8 мартта Рәсәй ҡалаларында ҡояштағы әүҙемлек арҡаһында теле- һәм радиосигналдарҙың ваҡытлыса юғалыуы ихтимал. Был хаҡта Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙары селтәренең матбуғат хеҙмәтенә һылтанып «ТАСС» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Ведомствола аңлатыуҙарынса, «был яҙғы интерференция осоро башланыуға — Ҡояш, бәйләнеш спутнигы һәм ер өҫтөндәге ретранслятор ҡабул итеү антеннаһының бер һыҙатта тороуына бәйле».

Экрандарҙа һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡамасауҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал, әммә ҡояш интерференцияһы иң юғары нөктәгә еткән саҡта теле- һәм радиосигналдар тулыһынса юғалырға мөмкин.

Матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр төбәк өсөн ҡамасауҙар барлыҡҡа килеүҙең графигы төҙөлгән. Мәҫәлән, 8 мартта Уралда һәм Себерҙә Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 9 тула 20 минуттан алып көндөҙгө 1 тула 15 минутҡа тиклем, Үҙәк федераль округта — 12 тула 15 минуттан алып 1 тула 15 минутҡа тиклем, Алыҫ Көнсығыш федераль округында 9-сы 22 минуттан алып 10-сы 8 минутҡа тиклем телевизион тапшырыуҙарҙың юғалыуы ихтимал.