4 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2015 йыл, 13:17

Башҡортостан һалым йыйыу буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урын яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 2014 йылда Башҡортостан һалым йыйыу буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урын яуланы. Был хаҡта кесаҙна Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство етәксеһе Марат Вәхитов хәбәр итте.

— 2014 йылда бөтә кимәлдәге бюджеттарға 246,3 миллиард һум йәлеп ителгән. Уҙған йыл эш хаҡы, ҙур ойошмаларҙың табыш үҫеше темпының кәмеүе арҡаһында һалым йыйыу өсөн көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, быны эшләү мөмкин булды, — тине Марат Вәхитов.

Ул йыйылған сумма Волга буйы федераль округы буйынса бөтә һалым керемдәренең 16 проценты һәм Рәсәй буйынса ике процент тип билдәләне.

Бынан тыш, былтыр Башҡортостандың тупланма бюджетына һалым йыйыусылар 107 миллиард һумдан ашыу аҡса индергән, был 2013 йылға ҡарата 5,9 процентҡа күберәк. Һалымдар буйынса бурыс кәметелде. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе биргән мәғлүмәттәр буйынса, 2015 йылдың 1 ғинуарына бурыс 14,5 миллиард һум тәшкил иткән, был иһә былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 10,6 процентҡа кәмерәк.