11 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2015 йыл, 11:36

ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусыларҙы «Башавтотранс»тың 200-ҙән ашыу автобусы хеҙмәтләндерәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. ШОС һәм БРИКС саммиттарын транспорт менән «Башавтотранс» предприятиеһы тәьмин итәсәк. Өфөлә дәүләт башлыҡтарын һәм делегация ағзаларын йөрөтөү өсөн 200-ҙән ашыу автобус бүленә.

Тимер юл вокзалында һәм аэропортта саммитта ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алғанда һәм оҙатҡанда ла дәүләт предприятиеһының автобустары йөрөйәсәк. Аккредитация үткән журналистар ҡунаҡханаларҙан халыҡ-ара матбуғат үҙәгенә шаттл маршруттары менән барасаҡ.

Рәсми делегация журналистарына микроавтобустар менән файҙаланыу мөмкинлеге булдырыласаҡ.