8 декабрь, Кесе йома

05 март 2015 йыл, 10:51

Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрен асыу тантанаһы үтте

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 4 мартта Бишкәктә Ҡырғыҙ Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрен асыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев һәм сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса Ҡырғыҙстан-Рәсәй хөкүмәт-ара комиссияһының рәйестәше Андрей Бельянинов  ҡатнашты.

– Беҙҙе быуаттар дауамында һыналған туғанлыҡ мөнәсәбәттәре берләштерә. Уларҙың нигеҙендә — дөйөм этник тамырҙар, төрки донъяһы тарихы, ныҡлы мәҙәни һәм эшлекле бәйләнештәр, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов. — Өфө менән Бишкәк араһы ике мең километр самаһы булһа ла, ул беҙҙе айырмай, киреһенсә, үҙенә тарта. Башҡорт әҙәбиәте классигы, Сыңғыҙ Айтматовтың дуҫы Мостай Кәрим әйткәнсә, беҙ «үҙ-ара аңлашыу, изгелек күперен» төҙөүҙе дауам итәбеҙ.

Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев күләмле байрамды уҙғарыу инициативаһы өсөн республика делегацияһына рәхмәт белдерҙе.

— Башҡортостан менән бәйләнештәребеҙ нығына башлауына шатбыҙ, — тине Джоомарт Оторбаев. — Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү беҙҙең өсөн бик мөһим. Осрашыу барышында иҡтисади, социаль өлкәләрҙә, студенттар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән алмашыуҙа берлектә эш алып барыу буйынса яңы пландар билдәләнек.

Андрей Бельянинов Башҡортостан мөһим бер һыҙаты менән айырылып тора тип билдәләне.

— Улар әйткән һүҙҙәрендә тора белә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрен асыу тантанаһы республика сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәре 6 мартҡа тиклем дауам итә. Ошо осорға күргәҙмәләр һәм ижади коллективтарҙың сығышы, фәнни-белем биреү саралары планлаштырылған.

Бынан алдараҡ Башҡорт киноһы көндәре асылды. Мәҙәни программаға Башҡортостан Милли йәштәр театрының спектаклдәре, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең һәм Өфө сәнғәт академияһын тамамлаусыларҙың концерты ла индерелгән.

5 мартта Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан юғары уҡыу йорттары ректорҙарының осрашыуы, республика вуздарының презентацияһы үтә. Шул уҡ көнгә Башҡортостан йәмәғәтселеге менән осрашыу билдәләнгән.