9 декабрь, Йома

05 март 2015 йыл, 9:54

Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 4 мартта Бишкәктә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев менән осрашты. Осрашыуҙа яҡтар төрлө өлкәләрҙә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең ыңғай динамикаһын, мәҙәни һәм эшлекле бәйләнештәрҙең әүҙемләшеүен билдәләне, шулай уҡ берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса пландарҙы тикшерҙе.

Алмазбәк Атамбаев халыҡтар араһындағы мәҙәни-тарихи бәйләнештәрҙе иҫәпкә алып Рәсәй төбәктәре менән тура бәйләнеште яйға һалыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында төрлө тармаҡтарҙа, шул иҫәптән ауыл хужалығында берлектәге пландарҙың булыуын билдәләне.

– Ай һайын беҙҙә эшҡыуарҙарыбыҙ, бизнес араһында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булып тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Фәне һәм мәҙәниәте көндәрен асабыҙ. Сәнғәт, мәҙәниәт, фән өлкәләрен нығытыу – нигеҙ, тип иҫәпләйем. Артабан иҡтисад буласаҡ.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса яҡтар Ҡырғыҙстандың Евразия иҡтисади союзына ҡушылыуы күп мәсьәләләр буйынса ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең яңы мөмкинлектәрен асасаҡ, Ҡырғыҙстан менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәрҙе артабан  үҫтереү өсөн етди шарттар булдырасаҡ тигән фекер белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһындағы тауар әйләнеше 132,2 миллион доллар, шул иҫәптән экспорт — 132 миллион, импорт 0,2 миллион тәшкил иткән. Республиканан Ҡырғыҙстанға нефть продукттары, шулай уҡ ағас эшкәртеү, химия, металлургия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһы ебәрелә. Ҡырғыҙстандан Башҡортостанға электр лампалары килә.