Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Х халыҡ-ара Сәнәғәт салоны эшләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә «ВДНХ-Экспо» комплексында Х Сәнәғәт салоны эшләй. Ул республикала ҙур тармаҡ проектынан һанала, унда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы компаниялары белгестәре заманса ҡорамалдар һәм технологиялар тәҡдим итә, тәжрибә уртаҡлаша, шулай уҡ сәнәғәт тармағы үҫеше йүнәлештәрен тикшерә. Сәнәғәт салоны сиктәрендә «Һаҡланыу саралары. Хеҙмәтте һаҡлау» тип аталған махсуслаштырылған күргәҙмә ойошторолған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Уны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы, республика Профсоюздар федерацияһы, Рәсәйҙең Машина төҙөүселәр союзы ярҙамында «СВАРТЭКС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.

Сәнәғәт салоны йәнә Башҡортостандың һөҙөмтәле эшҡыуарлыҡ майҙансығына әүерелде. Унда профилле министрлыҡ һәм ведомство, коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, тармаҡ эксперттары эштәр менән таныша һәм файҙалы килешеүҙәр төҙөй алды.

«Һаҡланыу саралары. Хеҙмәтте һаҡлау» махсуслаштырылған күргәҙмәһендә 11 предприятие үҙ тауарын күрһәтә. Башҡортостандан «Көнсығыш-Сервис», «Эш кейемдәре комбинаты», «Техно-Авиа» ҡатнашты.

Күргәҙмә барышында хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса семинар үткәрелде. Форумда республиканың тармаҡ профсоюздары вәкилдәре, техник хеҙмәт инспекторҙары ҡатнашты. Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокин һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары  Әлфир Саҙретдинов семинарҙың модераторҙары булды.

«Һаҡланыу саралары. Хеҙмәтте һаҡлау» махсуслаштырылған күргәҙмәһе «ВДНХ-Экспо» комплексында 5 мартҡа тиклем эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть