7 декабрь, Шаршамбы

04 март 2015 йыл, 15:55

Башҡортостанда 2,2 миллиондан ашыу гүзәл зат вәкиле йәшәй — статистика

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2,2 миллиондан ашыу гүзәл зат вәкиле йәшәй. Республика халҡының күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. 2014 йылдың 1 ғинуарына республикала 2,2 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәгән, был дөйөм халыҡ һанының 53 проценты. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостанстат статистика күрһәткестәрен килтерҙе.

1000 ир-егеткә 1134 ҡатын-ҡыҙ тура килә, шуның менән бергә йәш буйынса ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың нисбәте төрлөсә. Әүәлгесә малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа (1000 малайға 950 ҡыҙыҡай тура килә). 34 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итә башлай. 70 йәшкә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны йәштәш ир-егеттәргә ҡарағанда 1,7 тапҡырға күберәк. Күрһәткестәр буйынса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмер оҙонлоғо — 75,8, ир-егеттәрҙеке — 63,7 йәш.