10 декабрь, Шәмбе

04 март 2015 йыл, 15:15

Эльбрус Ниғмәтуллин дөйәне бер минут самаһы күтәреп торҙо

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡорт баһадиры Эльбрус Ниғмәтуллин яңы донъя рекордын ҡуйҙы — дөйәне 44 секунд күтәреп торҙо. Металл платформаның дөйә менән бергә дөйөм ауырлығы тоннанан ашыу тәшкил иткән.

Рекордты ике этапта ҡуйғандар. Тәүҙә Эльбрус махсус постаменттағы 700 килограмм ауырлығындағы дөйәне 44 секунд күтәреп торған. Һуңынан спортсы конструкцияға бер нисә автомобиль тәгәрмәсен һәм штанга дискыларын өҫтәгән. Бәһлеүән дөйөм ауырлығы 1030 килограмм тәшкил иткән рекордты 23 секунд буйына төшөрмәгән.

— Тағы ла ҙурыраҡ дөйәне күтәреп, оҙағыраҡ торорға мөмкин, — тине Эльбрус. — Әммә барыһы ла бер юлы түгел. Башҡа спортсыларға ла  үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн ялан ҡалдырырға кәрәк.

Эльбрус Ниғмәтуллин — пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда «Планетаның иң көслө кешеһе» ярышында вице-чемпион. Былтыр ул Силәбе ҡалаһының М. Горький исемендәге паркында 34 тонна ауырлығындағы күҙәтеү тәгәрмәсен әйләндергәйне.