6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2015 йыл, 14:31

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Салауат Низаметдинов тормош һәм мөхәббәт йырсыһы ине»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Инвалидтарҙың ижад йортонда күренекле композитор Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе үтте. Концертҡа уның ижадын хөрмәтләүселәр, уҡыусылары һәм коллегалары, туғандары һәм дуҫтары, йәмәғәтселек һәм ижади интеллигенция вәкилдәре, башҡорт эстрадаһы «йондоҙҙары» йыйылды.

Йырсылар Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Ишемйәрова, Рафаэль Рәхмәтуллин, Вилдан Яруллин  йәшәү, һөйөү хаҡында йырҙар башҡарҙы. Улар тиҫтә йылдар дауамында телетапшырыуҙарҙа һәм радио эфирҙарында яңғырай. Был әҫәрҙәр республиканың эстрада йыры мәҙәниәтенең ынйыларына әүерелгән.

Маэстроның уҡыусылары уның инструменталь әҫәрҙәрен башҡарҙы. Зөһрә Ҡотлогилдина (уның шиғырҙарына композитор 30-ҙан ашыу йыр яҙған) һәм композитор хаҡындағы шиғырҙарҙы рус теленә тәржемә иткән Кристина Андрианова үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡыны.

— Салауат Низаметдинов тормош һәм мөхәббәт йырсыһы ине. Заман рухын һәм кеше күңелен һиҙгер тойған һәләтле композитор республиканың музыка мәҙәниәтен үҫтереү өсөн күпте эшләне. Салауат Низаметдинов үҙенең ижадында, уҡыусыларында, балаларында, уны яратыусыларҙың хәтерендә йәшәй. Композиторҙың йырҙарын башҡаралар һәм тыңлайҙар икән, ул үлемһеҙ. Уның йырҙарында — мөхәббәт, изгелек, ышаныс, өмөт, — тип билдәләне үҙ сығышында Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина.