6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2015 йыл, 13:05

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Баймаҡ — Өфө саңғы уҙышы тамамлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 5 мартта Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған Баймаҡ — Өфө саңғы уҙышы тамамлана. Уҙған аҙнала Баймаҡта йәшәүсе ете ир-егет һуғыш ветерандарына арналған мемориаль комплекстан старт алып, республиканың баш ҡалаһына юлланды.

Саңғысыларҙың маршруты алты район аша үтә, тип хәбәр итте команда етәксеһе, «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илшат Хәмитов. Дистанцияның оҙонлоғо — 400 километрға яҡын. Саңғысылар көнөнә 40 саҡрым юл үткән, туғыҙ ауылда туҡтап, мәктәп уҡыусылары, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашҡан. Өфөгә барып еткәс, саңғысылар Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа Баймаҡ халҡы исеменән венок һаласаҡ.

Саңғысыларҙың иң олоһона — Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының физика уҡытыусыһы Хәйҙәр Моталлаповҡа 54 йәш, ә иң йәш ҡатнашыусы  — Баймаҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Азат Сыңғыҙовҡа — 26.

«Башҡортостан» гәзите хәбәр итеүенсә, тап ошондай сара 1975 йылда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап ойошторолған. Ул саҡта Урал аръяғынан туғыҙ саңғысы баш ҡалаға 13 көн барған.