7 декабрь, Шаршамбы

04 март 2015 йыл, 12:26

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге асылды

фото: Гөлсәсәк Ханнанова

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә мөһим ваҡиға булды: «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге асылды. Уға Башҡортостанда тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Мәскәүҙә йәшәгән кешеләр ойошторған үҙешмәкәр коллективтары инде. Хәҙер улар бер үҙәктә буласаҡ һәм мегаполиста башҡорт милли традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эш алып барасаҡ. Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, һуғыш ветерандары, яҡташтарыбыҙ — Рәсәй Геройҙары, данлыҡлы артист Нажиә Аллаярова, яҡташтар ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.

Мәскәүҙең башҡорт милли-мәҙәни үҙәге составында әлегә туғыҙ ғына коллектив: «Аҡ тирмә» фольклор коллективы (етәксеһе — Гөлсинә Батыршина), Ринат Бәҙәмшин етәкселегендәге «Бүләк» вокал-эстрада коллективы, «Йүрүҙән» вокал төркөмө (етәксеһе — Ғәлимә Иванова), Зәбиҙә Хәзиева етәкселегендәге «Гөлнәзирә» фольклор-бейеү ансамбле, «Аманат» халыҡ инструменталь ансамбле (етәксеһе — Артур Вәлитов), «Илһам» театр студияһы (етәксеһе — Мәҙинә Илһамова), «Әүлиә» ижади берекмәһе (етәксеһе — Әлфиә Мөғәлләмова), Нәркис Мөхәмәтшин етәкләгән «Ҡомартҡы» этноклубы. Киләсәктә уларға башҡа коллективтар ҙа ҡушыла аласаҡ.

Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы ағзалары иҫәпләүенсә, бөтә коллективтарҙы бер үҙәккә туплау — ҙур аҙым һәм бында тамырҙарын барларға теләүселәрҙең артыуына, ә үҙешмәкәр артистарҙың мәскәүҙәр алдында сығыш яһау, республикабыҙ хаҡында һөйләү өсөн мөмкинлектәре күберәк буласағына ышаныс бар.

«Беҙҙең өсөн мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға битараф булмаған, Мәскәүҙә тыуған төйәгебеҙҙең бер өлөшөн булдырыуҙа булышлыҡ итергә теләгән һәр кеше мөһим. Мин «Аҡ тирмә» үҙәген асыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн республиканың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә рәхмәтлемен. Маҡсатыбыҙ — халыҡ таланттарын берләштереү, уларҙы Мәскәүҙәге төрлө мәҙәни сараларҙа сығыш яһау өсөн әҙерләү, Башҡортостандан алыҫта башҡорт милли традицияларын, халыҡ сәнғәтен һаҡларға һәм үҫтерергә мөмкин булғанса ярҙам итеү», — тип һөйләне үҙәк етәксеһе Гөлсинә Батыршина.