9 декабрь, Йома

04 март 2015 йыл, 11:02

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеүгә бәйле пенсия таратыу ваҡыты үҙгәртелде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфө почтамты (Өфө ҡалаһы, Кушнаренко һәм Өфө райондары) пенсия һәм башҡа түләүҙәрҙе 4 мартта 4 һәм 7 март, 5-дә — 5 һәм 8 март, 6-да 6 һәм 9 март өсөн таратасаҡ. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Башҡа район һәм ҡалаларҙа пенсиялар ғәҙәти режимда таратыласаҡ.

Кредит ойошмаларына аҡсалар күрһәтелгән ваҡытҡа: 12 һәм 13 мартта күсереләсәк.

темалар: пенсиялар