Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропортында мәғлүмәт туристик киоскыһы асыласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

«Өфө» аэропортының яңы халыҡ-ара терминалында мәғлүмәт туристик киоскыһы барлыҡҡа киләсәк. Баш ҡала ҡунаҡтары уның ярҙамында файҙалы, мәҫәлән, республиканың иҫтәлекле һәм туристарҙы урынлаштырыу урындары хаҡында мәғлүмәт аласаҡ. Проектты ойоштороу менән Башҡортостандың Туристик-мәғлүмәт үҙәге шөғөлләнә.

— Мәғлүмәт стендында музейҙарға, туристик экскурсияға йәки маршрутҡа билеттар һатыласаҡ, шулай уҡ ҡунаҡханала урындарға заказ бирергә, Өфөнөң картаһын бушлай алырға мөмкин буласаҡ. Клиенттарҙы инглиз телен белгән кешеләр хеҙмәтләндерәсәк, —  тип һөйләне Туристик-мәғлүмәт үҙәгенең генераль директоры Иван Зорин.

Тәүге мәғлүмәт туристик киоскыһы «Өфө» аэропортының яңы халыҡ-ара терминалы менән бергә март аҙағында асыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть