6 декабрь, Шишәмбе

03 март 2015 йыл, 17:10

2016 йылдан балаларҙы беренсе класҡа интернет аша яҙырға мөмкин буласаҡ

фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. 2016 йылдан ата-әсәләр балаларын беренсе класҡа интернет аша яҙҙыра аласаҡ. Был хаҡта 3 мартта үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова хәбәр итте.

— Республикала балалар иҫәбе буйынса берҙәм республика порталы асыла, — тип билдәләне Елена Хаффазова. — Ошо электрон система аша ата-әсәләр балаларын беренсе класҡа яҙҙыра аласаҡ.  

Ғаризаны ҡулланыусының шәхси кабинеты аша теркәргә мөмкин. Ата-әсәләр заявкала үҙҙәре, бала хаҡында мәғлүмәттәрҙе, шулай уҡ һайлаған мәктәбен күрһәтергә тейеш.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Өфө мәктәптәре 12 меңгә яҡын беренсе класс уҡыусыларын ҡабул итәсәк. Былтыр уларҙың һаны 11 мең ине.

темалар: мәғариф