5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2015 йыл, 16:42

Республикала география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханынан уртаса балл 80,61 тәшкил итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 14 февралдә Башҡортостанда 18 кеше Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. 15 ҡатнашыусы — рус телен, өс сығарылыш уҡыусыһы географияны һайланы.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева һүҙҙәренсә, рус теле буйынса уртаса балл — 57, география буйынса 80,61-гә тиң.

— Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырғанда тәртип боҙоуҙар теркәлмәне. Имтихандар барышында видеокүҙәтеү булды, — тине Жанна Миникеева.

17 мартта республикала база кимәле буйынса математиканан Берҙәм дәүләт имтиханы репетицияһын үткәреү ҡаралған. Ул бөтә муниципалитеттарҙа ла ойошторола. Контроль-үлсәү материалдары федераль үҙәктән килтереләсәк.

темалар: бди-2015, мәғариф